Һаҡмар
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
26 Августа , 10:05

Баймаҡ районында мәғариф хеҙмәткәрҙәренең кәңәшмәһе үтте

Унда Башҡортостан хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Урал Килсенбаев ҡатнашты. Урал Таһир улы был сара тураһында социаль селтәрҙәрҙә былай тип яҙып үтте:

Баймаҡ районында мәғариф хеҙмәткәрҙәренең кәңәшмәһе үттеБаймаҡ районында мәғариф хеҙмәткәрҙәренең кәңәшмәһе үтте
Баймаҡ районында мәғариф хеҙмәткәрҙәренең кәңәшмәһе үтте

- Бөгөн Баймаҡ районында мәғариф хеҙмәткәрҙәренең традицион кәңәшмәһе уҙҙы. Ошондай дәртле, рухлы башҡорт ерендә сығышымды ла тулыһынса туған телдә яһаным – әйткәндәй, башҡа райондарҙа был кәңәшмәләр ғәҙәттә урыҫ телендә уҙа.

Ил Президенты һәм республика Башлығы уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреүгә, мәғариф хеҙмәткәрҙәренә хөрмәтте арттырыуға айырым иғтибар бүлә. Педагогтарға системалы ярҙам күрһәтеү, уларҙың статусын нығытыу – төп бурыстарыбыҙҙың береһе.

Баймаҡ районы уҡытыусылары һәр ваҡыт яҡшы һәм һөҙөмтәле эшләй. Быйыл ғына олимпиаданың төбәк этабында 73 уҡыусы ҡатнашып, призерҙар һаны 26-ға етте. БДИ һөҙөмтәләре лә ҡыуандыра – 51 сығарылыш уҡыусыһы миҙалға лайыҡ булды. Районда тырыш уҡыусылар ҙа, уларға белем биргән көслө педагогтар ҙа күп.

Өлгәшкән уңыштары һәм фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн Баймаҡ районының алдынғы уҡытыусыларына һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәренә маҡтаулы исемдәр һәм рәхмәт хаттары тапшырҙым.

Бөтә уҡытыусыларға һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәренә фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн тәрән рәхмәтемде белдерәм. Яңы уҡыу йылында һеҙгә ҙур уңыштар һәм ныҡлы һаулыҡ теләйем!

Баймаҡ районында мәғариф хеҙмәткәрҙәренең кәңәшмәһе үтте
Баймаҡ районында мәғариф хеҙмәткәрҙәренең кәңәшмәһе үтте
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас