Һаҡмар
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
22 Августа , 13:55

Яратта - Самауыр көнө

Китапханасы Зифа Әхмәтхан ҡыҙы Аксарина самауырҙарҙың килеп сығыу тарихы менән таныштырҙы. Сараға Үҙәнбаева Рима әсәһенән ҡалған ҡомартҡы— самауыр, Мырҙабулатова Юлиә ҡайныһының бүләк- самауыры менән таныштырҙы. Артабан мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Юлиә Юлай ҡыҙы Мырҙабулатова һәм Фәриҙә Фәрит ҡыҙы Ҡарамырҙина байрамға килеүселәр менән <Кем етеҙ>, <Музыкаль таяҡ>уйынын үткәрҙе.

Яратта - Самауыр көнөЯратта - Самауыр көнө
Яратта - Самауыр көнө

Август айының ошо аҙнаһында -Самауыр көнө билдәләнә. Ярат мәҙәниәт йорто алды шат тауыштарға күмелде.

Берҙән – аҙнаның һәр йомаһында бында йәрминкә көнө - өс ауылдың уңған хужабикәләре үҙҙәре етештергән ризыҡтар: һөт-май, ҡомалаҡ әсеткеһенә бешерелгән икмәк, буҙа, бал, төрлө емеш-еләк ҡайнатмаһы, бәлеш-пирогтарҙы һ.б һатыуға сығарһа, икенсенән - Самауыр көнөнә арнап <Шаулап ултыр, Самауырым!> тигән байрам сараһы үтте.

Борон-борондан ата-бабаларыбыҙ, өләсәйҙәр рәхәтләнеп самауыр сәйен эскәндәр. Самауырҙы ҡомартҡы итеп быуындан быуынға тапшыра килгәндәр. Бигерәк тә шифалы үлән сәйҙәрен баллап –тәмләп эсергә яратҡан халҡым. Боронғо йолаларыбыҙҙы, халҡыбыҙҙың ихласлығын, йомартлығын , уңғанлығын сағылдырған ҡунаҡсыллыҡ йолаһын һаҡлау, ихтирам итеү маҡсатынды ойошторолдо был сара.

Китапханасы Зифа Әхмәтхан ҡыҙы Аксарина самауырҙарҙың килеп сығыу тарихы менән таныштырҙы. Сараға Үҙәнбаева Рима әсәһенән ҡалған ҡомартҡы— самауыр, Мырҙабулатова Юлиә ҡайныһының бүләк- самауыры менән таныштырҙы. Артабан мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Юлиә Юлай ҡыҙы Мырҙабулатова һәм Фәриҙә Фәрит ҡыҙы Ҡарамырҙина байрамға килеүселәр менән <Кем етеҙ>, <Музыкаль таяҡ>уйынын үткәрҙеләр.

Уйында ҡатнашыусылар һөнәрҙәрен күрһәтеп, бүләктәр алып ҡыуандылар. Артабан байрамда ҡатнашыусылар ҡайнап ултырған самауыр артында йома сәйе эсеп, аралашып таралдылар.

Зифа Аҡсарина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас