Һаҡмар
+26 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
20 Августа , 09:50

Ялғанға ышанып ғаиләһенән баш тартҡан

Ҡатындың ире әйтеүенсә, барыһы ла ҡәйнәһенән башлана.

Ҡатын тыйылған секта менән мауығып балалары менән ирен ташлап киткән. Ҡатындың ире әйтеүенсә, барыһы ла ҡәйнәһенән башлана. Ул вербовщик менән таныша һәм ғаиләне «рухи практикаларға» алып килә. Ире тиҙ генә унда йөрөүҙән туҡтай, ә ҡатыны, киреһенсә, етди мауығып китә. Ҡаҙағстанға сәфәренән һуң ҡатын «бағыу һәләте» алғанын һәм хәҙер туғыҙ йыл «дауалау» менән шөғөлләнергә тейешлеген белдерә, юғиһә ғаиләбеҙҙе яза көтә, тей. Ир әйтеүенсә, унда йөрөүселәр сәйер ритуалдар үтә, шул иҫәптән үҙҙәрен ҡамсы менән туҡмай, үләндәр тарта һәм ниндәйҙер һыу эсә. Һөҙөмтәлә ҡатын әсәһенә ҡайтып китә һәм айырылышыуға ғариза бирә. Хәҙер ир ғаиләһен һаҡлап ҡалырға һәм ҡатынын кире ҡайтарырға тырыша, әммә ҡатын психолог ярҙамынан баш тарта. Уның һүҙҙәренсә, ҡатын балаларын да уға ҡаршы ҡуя.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас