Һаҡмар
+26 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
20 Августа , 04:35

Ишей ирекмәндәренең шатлығы ҙур

– Шатлығыбыҙ шул ҡәҙәр ҙур – маскировкалау селтәре үреү өсөн 34 дана спанбонд материалы бирҙеләр, – тине Хәлиҙә Ишдәүләтова. – Шундай ҙур ярҙам күрһәткәне өсөн район хакимиәте башлығы Азамат Сәфәрғәле улына ҙур рәхмәтлебеҙ. Хәҙер беҙҙең бурыс – уларҙы тиҙ арала үреп, фронтта булған яугирҙәргә оҙатыу. Көнө-төнө эшләргә ризабыҙ, тиҙерәк Еңеү генә килһен һәм яугирҙәр иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын.

Район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов район халҡының йәшәйеше, урындағы проблемалар менән яҡындан танышыу, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләү маҡсатында даими рәүештә ауылдарға эш сәфәре менән сыға. Күптән түгел ул иң төпкөл ауылдарҙың береһе – Ишейҙә лә булып киткәйне.

"Беҙ бергә" ирекмәндәр төркөмөнә ҡараған ауылдың ирекмәндәр төркөмө етәксеһе Рәсилә Аҙнағолова һәм “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе Хәлиҙә Ишдәүләтова ҡунаҡтарҙы ауыл тормошо менән таныштырҙы. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә күрһәткән ярҙамдары тураһында мәғлүмәт бирҙеләр. Улар Азамат Сәфәрғәле улына маскировкалау селтәре үреү өсөн спанбонд материалдары алыуҙа ярҙам күрһәтеүен һорап, мөрәжәғәт итте. Район башлығы ауыл халҡының ихласлығын күреп, был тәңгәлдә һис шикһеҙ булышлыҡ итәсәген белдерҙе. Һәм ул вәғәҙәһен үтәне. Спанбонд материалдары алыу өсөн “Социаль үҫеш, хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға ярҙам күрһәтеү“ фонды аша 100000 һум финанс бүлеүҙә булышлыҡ итте. Һөҙөмтәлә Ишей ауылы ирекмәндәре өсөн 34 спанбонд материалы алынды. Уларҙы район хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары -финанс бүлеге начальнигы Илнур Дәүләтбаев тапшырҙы.

– Шатлығыбыҙ шул ҡәҙәр ҙур – маскировкалау селтәре үреү өсөн 34 дана спанбонд материалы бирҙеләр, – тине Хәлиҙә Ишдәүләтова. – Шундай ҙур ярҙам күрһәткәне өсөн район хакимиәте башлығы Азамат Сәфәрғәле улына ҙур рәхмәтлебеҙ. Хәҙер беҙҙең бурыс – уларҙы тиҙ арала үреп, фронтта булған яугирҙәргә оҙатыу. Көнө-төнө эшләргә ризабыҙ, тиҙерәк Еңеү генә килһен һәм яугирҙәр иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын.

Ишейҙәр спанбонд материалдарын алып ҡайтыу менән эшкә тотондо. Үҙҙәре белдергәнсә, хәҙер уларҙың бурысы – тиҙ арал маскировкалау селтәрҙәре үреп, фронтҡа оҙатыу.

Әйтергә кәрәк, Ишей ирекмәндәре маскировкалау селтәре үреү буйынса маҡсатлы эш алып бара. Уның өсөн күп көс һалалар. Күптән түгел генә улар үҙҙәренең Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән “Мәргән” позывнойлы яугиренә ун маскировкалау селтәре әҙерләп тапшырғайны.

Лилиә ТАКАЕВА.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас