Һаҡмар
+29 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
18 Августа , 12:00

Баймаҡ уҡсылары яҡшы һөҙөмтәгә өлгәште

Күмертау ҡалаһында 93 метрҙан "Көмбəҙ сəбенə милли йəйəнəн уҡ атыу буйынса республика чемпионаты үтте.

Баймаҡ уҡсылары яҡшы һөҙөмтәгә өлгәштеБаймаҡ уҡсылары яҡшы һөҙөмтәгә өлгәште
Баймаҡ уҡсылары яҡшы һөҙөмтәгә өлгәште

Күмертау ҡалаһында 93 метрҙан "Көмбəҙ сəбенə милли йəйəнəн уҡ атыу буйынса республика чемпионаты үтте.

Тарих төпкөлөнə күҙ һалайыҡ. 1814 йылдың 14 апрелендə башҡорттар Рəсəй ғəсҡəре менəн берлектə француздарҙы тар-мар итеп ҡайтып килгəндə Шварца ҡалаһына ял итеп йоҡлап алырға туҡтайҙар. Принц Карл Гюнтер үҙенə ҡунаҡҡа саҡырып ала. Принц башҡорттарҙың бар донъяға даны сыҡҡан мəргəнлегенə шиклəнə һəм тикшереп ҡарарға уйлай. Изге Лауренция сиркəүенең кирхаһына атып күрһəтергə тəҡдим итə. Башҡорт мəргəне беренсе мəртəнəн үк көмбəҙҙең уртаһына уғын ҡаҙай ата. Ул көмбəҙҙең диаметры ни бары 35 см ғына. Ерҙəн 16 метр бейеклектə тора. 2013 йылда сиркəүҙең реконструкция ваҡытында тарихсы Айҙар Мəжитов уҡсы торған урындан алып аралыҡты үлсəй һəм 93 аҙым тəшкил итə.

Шундай тарихи ваҡиғаны өйрəнеү һəм килəсəк быуынға еткереү маҡсатында бөгөнгө көндə 93 метрға уҡ атып ярышабыҙ. 93 метрға атыу өсөн һəр кем баҫнат итə алмай, шуға күрə ҡатнашыусылар һаны артыҡ күп булман. Əммə ярыш бик ҡыҙыу үтте. Баймаҡ уҡсылары ярайһы ғына һөҙөмтəгə өлгəште.

55 йəшкə тиклемге ир-егеттəр араһында: 1-се - Рахманғолов Ғəфүр; 3-сө - Өмөтбаев Тимур.

55 йəштəн өлкəн ирҙəр араһында: 3-сө. Бикбирҙин Нурмөхəмəт

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Бирбирҙина Иманғол чемпион исемен яуланы. Шулай "тиҙ атыш" буйынса ла турнир үтте. Бында ла баймаҡтар алдыңғылыҡты бирмəне. Тимур Өмөтбаев үҙ катергорияһында еңеүсе тип танылһа, ə  Бикбирҙин Нурмөхəмəт һəм Бикбирҙина Имангөл 3 -сө урын алыуға иреште.

Суперфинал хəтəр булды. Һауаға элеп ҡуйған көмбəҙгə атыу бик ҡыйын икəн. Нисəмə уҡсы атып саҡ 1 уҡ тейҙе. Был нимəне əйтə, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ бик көслө мəргəндəр булғандарын. Уларҙың кимəленə етеү өсөн беҙгə əле шөғөллəнергə лə шөғөллəнергə. Ярышты ойоштороусы "Ҡыпсаҡ" командаһына ҙур рəхмəт. Бик фəһемле ярыш ойошторҙоғоҙ.

Афариндар. Һəр йыл һайын үтеп торһа бик яҡшы булыр ине

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас