Һаҡмар
+8 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
17 Августа , 10:30

Үрге Яйыҡбайға айыу килгән

Айыу бер ни тиклем ваҡыт ауылда тыныс ҡына йөрөгән һәм хатта балалар майҙансығына ла килгән. Һуңыраҡ хайуанды ауылдың башҡа урамдарында ла күргәндәр.

Үрге Яйыҡбайға айыу килгәнҮрге Яйыҡбайға айыу килгән
Үрге Яйыҡбайға айыу килгән

Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылы халҡы ауылға айыу килеүе тураһында һөйләй. Айыуҙы ауыл ситендә  күреп ҡалалар.  Рәмзилә Ҡолһарина әйтеүенсә, фотоны уның ихатаһынан хайуанды күҙәткән ауылдашы төшөргән.

Күреүселәр әйтеүенсә, айыу бер ни тиклем ваҡыт ауылда тыныс ҡына йөрөгән һәм хатта балалар майҙансығына ла килгән. Һуңыраҡ хайуанды ауылдың башҡа урамдарында ла күргәндәр. Урындағы халыҡ өсөн тайыштабандың килеүе көтөлмәгән хәл була. Рәмзилә Ҡолһарина әйтеүенсә, элек ул ауыл эргәһендә айыуҙарҙы күрмәгән. Хайуандың фотоһы социаль селтәрҙәрҙә тиҙ тарала.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас