Новости
17 Августа , 14:45

Башҡортостан Башлығы БПЛА-ның Wildberries складына һөжүме тураһында һөйләне

Дошман БПЛА-һы Шишмә районындағы Wildberries складына һөжүм иткән

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров БПЛА-ның Шишмә районындағы Wildberries складына һөжүменә аңлатма бирҙе.  Бина БПЛА емереклектәренән өлөшләтә зыян күргән. Башҡортостан Башлығы логистик үҙәкте һаҡлап ҡалыуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Янғын һүндереүселәрҙең һәм ҡотҡарыусыларҙың яйға һалынған эше арҡаһында ут майҙандарҙың 10% ғына зыян килтергән.

«Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының һәм Ка-32 вертолеты экипажының оператив эш итеүе һөҙөмтәһендә үҙебеҙҙең логистик складты юғалтыуға юл ҡуйманыҡ. Беҙ яҡынса 20 мең квадрат метрҙы юғалттыҡ, ә склад 200 мең квадрат метрға яҡын. Афарин! Барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерегеҙ. Беҙҙең вертолет 40 осош яһаны, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 200 тоннаға яҡын һыу тотондо», – тине Башҡортостан Башлығы.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас