Новости
16 Августа , 09:30

Бәхеттә үтһен ғүмерегеҙ!

Ҡолсора ауылы ҡыҙы Һамарбаева Фәрзәнә Әмир ҡыҙының һәм Төркмән ауылы егете Килмөхәмәтов Илсаф Салауат улының ғүмерҙәренең иң иҫтәлекле ваҡыттары туй тантаналары көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ

Бәхеттә үтһен ғүмерегеҙ!Бәхеттә үтһен ғүмерегеҙ!
Бәхеттә үтһен ғүмерегеҙ!

Баймаҡ районы Ҡолсора ауылы ҡыҙы Һамарбаева Фәрзәнә Әмир ҡыҙының һәм Төркмән ауылы егете Килмөхәмәтов Илсаф Салауат улының ғүмерҙәренең иң иҫтәлекле ваҡыттары туй тантаналары көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ. Атайыңды, ҡайны, ҡәйнәңде, ҡәйнә, ҡайныңды туғандарыңды ҡыуандырып бәхетле йәшәгеҙ. Һаулыҡ, аҡ бәхеттәр теләйбеҙ !
Тормош дилбегәһен ныҡлы тотоп,
Ғүмер буйы бергә барығыҙ.
Ир-ҡатындан, ҡатын ирҙән уңһын,
Гөрләп торһон тормош юлығыҙ.
Мөлдөрәмә бәхет һеҙгә, йәштәр,
Уңыштарҙан тауҙар өйөлһөн.
Пар күгәрсендәрҙәй йәшәгеҙ һеҙ,
Бар туғандар ҡарап һөйөнһөн!!!
Сәғәт һанап тора
Был йылдарҙың уҙып барғанын.
Юғалтмағыҙ һуңғы көнгә тиклем
Мөхәббәттең алтын балдағын!

Рәсимә Халиҡова.

Автор:
Читайте нас