Новости
14 Августа , 07:45

Мөһим ҡор эшен башланы

Бөгөн Сибай ҡалаһында VIII Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы эшен башланы.

Мөһим ҡор эшен башланыМөһим ҡор эшен башланы
Мөһим ҡор эшен башланы

Бөгөн Сибай ҡалаһында VIII Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы эшен башланы. Алдағы ике көндә Урал аръяғында инвестициялар индереүселәр, яңы проекттар башлаусылар һәм төбәк иҡтисадының йүнәлешен билдәләүселәр осрашасаҡ, тип билдәләйҙәр төбәк Хөкүмәтендә. Инвестиция һабантуйы майҙансыҡтарында яңы шарттарҙа республиканы үҫтереү мәсьәләләре, бизнес өсөн мөмкинлектәр, инвестициялар йәлеп итеү һәм төрлө проекттарҙы башлап ебәреү шарттары тикшереләсәк. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеүгә айырым иғтибар биреләсәк. Ҙур иҡтисади сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова ла ҡатнашты һәм спикер булараҡ, үҙ сығышында башҡорт халҡының мәҙәниәтен популярлаштырыу хаҡында әйтеп үтте. Мәҙәни үҙенсәлектәр һәм ҡаҙаныштар һәр кеше ҡулланырлыҡ, тойорлоҡ буллырға тейеш, тип билдәләне ул. “Был йәһәттән Ау Yola төркөмө ҙур һөҙөмтә күрһәтте һәм башҡорт мәҙәниәтен тотош илгә генә түгел, ә донъяға танытты. Әлеге ваҡытта Урал батыр эҙҙәре буйлап туристик маршрут булдырылыуы ла башҡорт мәҙәниәтен популярлаштырыуға булышлыҡ итә”, - тип белдерҙе Эльвира Ринат ҡыҙы.

Автор:
Читайте нас