+15 °С
Облачно


Баймаҡ районының Сибай-Аҡъяр трассаһында асфальт түшәлә башланы
24 километрға асфальт һалынасаҡ. Эш башланыр алдынан юл нигеҙенә ресайклинг технологияһын ҡулланалар. Был япманың ныҡлығын арттыра һәм уның хеҙмәт итеү ваҡытын оҙайта. Асфальт түшәгәндән һуң подрядсы юл ситтәрен нығытасаҡ һәм юл билдәләрен ҡуясаҡ.
Ремонтты 2026 йылдың аҙағына тиклем тамамлау күҙаллана.