Новости
12 Августа , 12:20

Боҙ ҡаласағында эштәр дауам итәсәк

- Баймаҡ ҡалаһында ҡасандыр һалына башлаған боҙ ҡаласағы төҙөлөшө ҡайтанан дауам итәсәк, - тигән шатлыҡлы яңылыҡ еткерҙе район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов үҙенең “Бәйләнештә”ге социаль селтәрендәге битләүендә.

Әйтергә кәрәк, ул республика Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, илдәге иҡтисади хәлгә бәйле сәбәптәр арҡаһында, ваҡытлыса туҡтатып торолғайны. Әлеге ваҡытта бөтә мәсьәләләр ыңғай хәл ителгән.

Подрядсы ойошма “Геострой” ЯСЙ-һы майҙансыҡта эште дауам итергә әҙер. Яҡын арала биләмәләге үләндәр сабып алынасаҡ, төҙөлөш материалдарын ташый башлаясаҡтар.

Азамат Сәфәрғәле улы боҙ һарайы төҙөлөшөнөң һәр этабын шәхсән үҙе контролдә тотасағын белдерҙе.

- Быйылға бинаның каркасын йыйыу, янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек сараларын күреү, сэндвич-панелдәрҙе урынлаштырыу һәм ҡыйыҡ ябыуҙарын ҡороу эштәре планлаштырыла, - тип белдерә район башлығы.

Ниһайәт, бөтәбеҙ ҙә өмөтләнеп көткән төҙөлөш эштәре дауам итәсәк.

Боҙ ҡаласағында эштәр дауам итәсәк
Боҙ ҡаласағында эштәр дауам итәсәк
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас