

Баймаҡта ҡала Боҙ һырғалағы төҙөлөшө тергеҙелә. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов үҙенең битләүегендә хәбәр итте.
- Был ауыр ваҡытта беҙҙең алда етди бурыстар тора, әммә беҙ проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләүҙе һәм алға барыуҙы дауам итәбеҙ. Ҡаланың Боҙ һырғалағы төҙөлөшөн алып барған «Геострой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең подряд ойошмаһы вәкилдәре менән осраштыҡ. Район халҡының был объектҡа ҡарата һорауҙары барлығын беләм, шуға күрә эш барышы тураһында һеҙгә асыҡ һәм .ентекле мәғлүмәт биреүҙе мөһим тип иҫәпләйем.
Хәтерегеҙгә төшөрәм, Брҙ һырғалағы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың ҡушыуы буйынса төҙөлә. Объектив иҡтисади хәлгә бәйле майҙансыҡта эштәр ваҡытлыса туҡтатылғайны. Бөгөн бөтә төп мәсьәләләр хәл ителгән. Подряд ойошмаһы яҡын арала төҙөлөш-монтаж эштәрен тергеҙә. Беҙ эш планын этаплап тикшерҙек. Тәү сиратта майҙансыҡ әҙерләнәсәк, үлән сабыу үткәреләсәк, шунан һуң кәрәкле төҙөлөш материалдары килтерелә башлаясаҡ.