Һаҡмар
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
11 Августа , 13:20

Тик бәхеттә йәшәргә яҙһын

Һөйөүегеҙ ғүмерле булһын

Тик бәхеттә йәшәргә яҙһынТик бәхеттә йәшәргә яҙһын
Тик бәхеттә йәшәргә яҙһын

Бөрйән ырыуы һылыуҡайы Түбәнге Иҙрис ауылынан Хыдырова Зарина Джумакулы ҡыҙы менән Ҡыпсаҡ ырыуы батыры Йылайыр районы Йомағужа ауылы егете Музафаров Айнур Салауат улының туй тантанаһы менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Ҡотло булһын йәшлек тантанаһы,

Татлы булһын һөйөү хистәре.

Ҙур уңыштар менән алға илтһен

Һеҙ барасаҡ ғүмер юлдары.

Тулып торһон бәхет шишмәһе,

Ташып торһон бәхет силәге.

Оҙон ғүмер, саф мөхәббәт –

Барыбыҙҙың һеҙгә теләге.

Йәшәгеҙ матур пар булып,

Икегеҙ бер йән булып,

Күршеләргә үрнәк ғаилә,

Дуҫтар өсөн дан булып,

Изге мөхәббәт хистәрен

Ваҡламайса һаҡлағыҙ.

Тормош тигән оло юлдан

Гел йәнәшә атлағыҙ.

Ҡорған ғаилә усағы һәр саҡ йылы, ҡотло һәм бәрәкәтле булһын !

Рәсимә Халиҡова.

Автор:
Читайте нас