+17 °С
Облачно
Кисә Магнитогорск – Ира трассаһының 128-се километрында үлемесле хәл-ваҡиға теркәлгән. Ваҡиға Баймаҡ ҡалаһы эргәһендә булған. 52 йәшлек водитель Mercedes-Benz автомобиле менән идара иткәндә, юлдан ситкә барып оса. Һөҙөмтәлә водитель һәм уның 32 йәшлек пассажиры ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пассажирҙың ғүмерен ҡотҡарып ҡала алмайҙар.