+22 °С
Ясно
Башҡортостанда «Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» акцияһы башланғандан алып, ә ул төбәктә 13 апрелдән эшләй, белгестәр 151 меңдән ашыу тикшереү, шул иҫәптән республиканың 325 ауылында 40 меңдән ашыу рентген-тикшереү үткәрҙе.
Был ваҡыт эсендә мобиль медицина бригадалары халыҡта социаль әһәмиәтле ауырыуҙарға өс меңгә яҡын шик асыҡланы. Шуларҙың 168-е яман шеш. Был хаҡта бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә төбәктең һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте.