Айгиз Яҡшыбаев – Татлыбай ауылы уҙаманы. Милли көрәш менән ул бала саҡтан шөғөлләнә. Был спорт төрөнә уны ағаһы Алмас алып килә. Майҙанға беренсе аҙымды ул тренеры Руслан Иҙрисов ҡарамағында яһай.
Айгиз Яҡшыбаев Татлыбай мәктәбенең 7-се класында уҡығанда ағаһы Алмас менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙған ярышҡа бара. Бында ағаһы чемпион булып танылһа, ул өсөнсө урынды яулай. Шул ваҡытта уларға Өфө ҡалаһындағы Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернаты тренеры Йәлил Йосопов иғтибар итә. Йәш көрәшселәрҙең таһыллығын күреп, уларҙы үҙҙәренә уҡырға саҡыра. Һөҙөмтәлә Алмас һәм Айгиз Яҡшыбаевтар артабан уҡыуҙарын баш ҡалала дауам итә. Милли көрәш менән ныҡлап шөғөлләнә башлайҙар. Айгиз Яҡшыбаев 10-сы класта Рәсәй кимәлендә уҙған турнирҙа ҡатнаша һәм призер булып таныла. Гимназияны тамамлағас, артабан үҙен бары тик спорт менән генә бәйләргә ҡарар итә. Һөҙөмтәлә ул Стәрлетамаҡ физкультура колледжына уҡырға инә. Тренер Динар Аҡҡужин етәкселегендә милли көрәштең бар асылына төшөнә. 2019 йылда ҡулына диплом алған йәш белгес үҙ районында милли көрәште үҫтереү маҡсатында Баймаҡҡа ҡайта. Бөгөн Айгиз Юлай улы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең милли көрәш буйынса тренеры булып эшләй. Уның тәрбиәләнеүселәре республика һәм Рәсәй кимәлендә яҡшы һөҙөмтә күрһәтә.
Төрлө йылдарҙа уҙған Рәсәй беренселегендә Рөстәм Дәүләтбаев, Руслан Дәүләтбаев, Ильяс Байымов, Әмир Һибәтуллин, Шамил Хәмитов, Филүс Уразбаев, Ильяс Дәүләтбаев ҡатнашып, призлы урындар яулай. Республика кимәлендәге ярыштарҙа Ислам Солтанов, Әмирхан Солтанов, Артур Солтанов, Азат Хисмәтуллин, Ғәлинур Яхин, Әмирхан Сыңғыҙов, Филүс Уразбаев та һынатмай, яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшә.
– Районда милли көрәш менән шөғөлләнергә теләгән балаларҙың арта барыуы ҡыуандыра, – тине Айгиз Юлай улы. – Уларҙың уңыштары – беҙҙең уңыш. Шундай маҡсаттарына ынтылыусан, сәләмәт тормош алып барған йәштәр үҫеп килеүе үҙе бер ғорурлыҡ. Балаларын дөрөҫ йүнәлештә тәрбиәләгән һәм уларға һәр яҡлап булышлыҡ иткән атай-әсәйҙәренә рәхмәтлемен. Тағы ла бер теләгем бар – Баймаҡта милли көрәш һарайы кәрәк ине. Шул осраҡта тағы ла чемпиондар тәрбиәләү мөмкинлеге булыр ине.
Ысынлап та, Баймаҡ көрәшселәренең уңыштары тураһында әленән-әле гәзит биттәрендә яҙып торабыҙ һәм улар өсөн ҡыуанабыҙ. Уларға тағы ла бейегерәк үрҙәр һәм уңыштар теләйбеҙ.