Новости
9 Августа , 15:15

Афарин, әминдәр!

Көн дә ауылды төҙөкләндереү буйынса саралар үткәрелә, был эште ауыл старостаһы Әсҡәт Йосопов ойоштора.

Афарин, әминдәр!Афарин, әминдәр!
Афарин, әминдәр!

Темәс ауыл биләмәһенең Әмин ауылы халҡы «Баймаҡ районының иң төҙөк ауылы» конкурсы сиктәрендә бик әүҙем эш алып бара. Көн дә ауылды төҙөкләндереү буйынса саралар үткәрелә, был эште ауыл старостаһы Әсҡәт Йосопов ойоштора. Ауыл халҡы берҙәм аҡса йыйып, зыярат ҡоймаларын тимерҙән алыштырырға сыҡты. Улар был эште үҙ көстәре менән башҡара, сөнки ауылдаштарының иҫтәлеген хөрмәтләү — улар өсөн изге бурыс. Был сарала бөтә халыҡ берҙәм булып, ауылдың йөҙөн яңыртыуға өлөш индерә. Әмин ауылы халҡының зыярат ҡоймаларын алыштырыу буйынса башланғысы — уларҙың тыуған ауылына, уның тарихына, ата-бабаларына ҡарата хөрмәтенең сағыу миҫалы. Ауылдың уңған ҡыҙы Фирүзә Байрамғолова һәм килене Әлфиә Баймөхәмәтова өмәселәрҙе тәмле сәйҙәре менән һыйланы. Афарин, әминдәр! Эште артабан да ошо юҫыҡта дауам итергә насип булһын!

Азамат Мөхәмәтшин. 

Афарин, әминдәр!
Афарин, әминдәр!
Автор:
Читайте нас