Һаҡмар
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
8 Августа , 14:50

Бәхетле булығыҙ, йәштәр!

Бөгөн йәмле ,матур йәйҙең сыуаҡ көнөндә, Баймаҡ районы Үрге Иҙрис ауылы егете Файзуллин Иҙел Фазулла улы менән Благовар районы Күсәрбай ауылы ҡыҙы Ахунова Азалия Айрат ҡыҙының туй тантанаһы. Ғүмерегеҙҙең иң тәүге ғаилә байрамы - иң бәхетле көнөгөҙ - менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Артабанғы тормош юлығыҙ ҡыуаныс - шатлыҡтарға, оло бәхет һәм саф мөхәббәткә сорналһын. 

Бәхетле булығыҙ, йәштәр!Бәхетле булығыҙ, йәштәр!
Бәхетле булығыҙ, йәштәр!

Бөгөн йәмле ,матур йәйҙең сыуаҡ көнөндә, Баймаҡ районы Үрге Иҙрис ауылы егете Файзуллин Иҙел Фазулла улы менән Благовар районы Күсәрбай ауылы ҡыҙы Ахунова Азалия Айрат ҡыҙының туй тантанаһы. Ғүмерегеҙҙең иң тәүге ғаилә байрамы - иң бәхетле көнөгөҙ - менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Артабанғы тормош юлығыҙ ҡыуаныс - шатлыҡтарға, оло бәхет һәм саф мөхәббәткә сорналһын.

Оло юлға сығаһығыҙ бөгөн,

Бергә ҡушып ике йөрәкте.

Юл алдынан беҙ әйтәбеҙ

һеҙгә Ысын күңелдән изге теләкте.

Беҙ теләйбеҙ ысын күңелдән һеҙгә

Айырылмаһын тормош юлығыҙ.

Ғүмер һуҡмаҡтарын уҙған саҡта

Аҙашмағыҙ, зирәк булығыҙ.

Бер - берегеҙгә булған хөрмәт, һөйөүҙе юғалтмай, ике яҡ туғандарын да берҙәй хөрмәт итеп, үҙегеҙ ҙә хөрмәтле булып оҙон - оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын! Бәхетле булығыҙ, йәштәр!!!

Рәсимә ХАЛИҠОВА. 

Автор:
Читайте нас