+21 °С
Облачно
Хәйбулла районы яғынан Баймаҡҡа ингән границала стела яңы төҫ алды. Бында Йылайыр районы хакимиәте ҙур эштәр башҡарҙы. Ауыл халҡы һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары бергә тупланып, мөһим был сараны атҡарып ҡуйҙы. Хәҙер стела эргәһенән уҙған саҡта ул һәр кемде ҡаршы алып, барыһына ла хәйерле юл теләп ҡала.