Һаҡмар
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
6 Августа , 11:10

"Трактор" айлығы башланды

2026 йылдың 3 авгусынан 4 сентябргә тиклем Башҡортостанда үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм уларҙың тағылмаларын эксплуатациялау өлкәһендә хәүефте иҫкәртеү буйынса “Трактор” профилактик айлығы иғлан ителде

"Трактор" айлығы башланды"Трактор" айлығы башланды
"Трактор" айлығы башланды

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2025 йылдың 18 июлендәге бойороғона ярашлы, 2026 йылдың 3 авгусынан 4 сентябргә тиклем, Башҡортостанда үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм уларҙың тағылмаларын эксплуатациялау өлкәһендә хәүефте иҫкәртеү буйынса “Трактор” профилактик айлығы иғлан ителде.

Айлыҡ барышында беренсе сиратта иғтибар бүленә:

- эксплуатацияланған машиналарҙың техник төҙөклөгө, мотлаҡ теркәлеү ҡағиҙәләрен үтәү һәм техниканы йыл һайын техник тикшереү үтеү;

- машиналар менән идара итеү хоҡуғы, водителдәрҙең юл хәрәкәтендә ҡатнашыу өсөн теркәлеүе һәм башҡа мотлаҡ документтар булыуы;

- закон менән һаҡланған ҡиммәттәргә зыян килтереү хәүефен иҫкәртеү, граждандарҙың ғүмеренә һәм һаулығына, уларҙың мөлкәтенә, үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм башҡа төр техниканы файҙаланыу өлкәһендә тирә-яҡ мөхиткә зыян килтереү хәүефен профилактикалау.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас