Һаҡмар
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
6 Августа , 11:30

"Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре" программаһы буйынса эшкә килде

Һәләтле һәм уңған Айгиҙә Дауытова яҡташтарыбыҙға танылып өлгөргәндер. Ул Урғаҙа ауылына "Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре" федераль программаһы буйынса эшкә килгәйне

Һәләтле һәм уңған Айгиҙә Дауытова яҡташтарыбыҙға танылып өлгөргәндер. Ул Урғаҙа ауылына "Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре" федераль программаһы буйынса эшкә килде. Айгиҙә Дауытова тәжрибәле хореограф. Ул етәкләгән коллективтар халыҡ һәм өлгөлө исемдәрен йөрөтә, шулай уҡ "Байык" һәм "Дуҫлыҡ хороводы" кеүек ҙур конкурстарҙа еңеү яулай. Беҙҙең районда Айгиҙә Вәлит ҡыҙы ни бары бер йыл ғына эшләй, әммә был ваҡыт эсендә ул балаларҙың һөйөүен яулап өлгөргән. Ул ҙур пландар төҙөй, балаларҙы конкурстарға әҙерләй һәм ижади маҡсаттар ҡуя. Бынан тыш, ул үткән йылда асылған социаль-мәҙәни үҙәктең художество етәксеһе булып эшләй. Үҙәк бөтөнләй яңы һәм  унда бик яҡшы заманса шарттар булдырылған. Бөгөн бында ысын ижади тормош ҡайнай. афарин, Айгиҙә Вәлит ҡыҙына!

"Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре" программаһы буйынса эшкә килде
"Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре" программаһы буйынса эшкә килде
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас