Новости
5 Августа , 08:55

Таналыҡта батып үлгән

Муниципалитетта хәбәр итеүҙәренсә, йылғаның был участкаһы һыу инеү өсөн йыһазландырылмаған

Добавить в предпочтительные источники Google
Таналыҡта батып үлгәнТаналыҡта батып үлгән
Таналыҡта батып үлгән

Хәйбулла районында 65 йәшлек ир батып үлгән. Оло йәштәге кешенең кәүҙәһен Аҡъяр ауылы эргәһендәге Таналыҡ йылғаһында тапҡандар. Муниципалитетта хәбәр итеүҙәренсә, йылғаның был участкаһы һыу инеү өсөн йыһазландырылмаған, был хаҡта яр буйында ҡуйылған аншлагтар хәбәр итә. Хоҡуҡ һаҡлау органдары оператив-тикшереү сараларын башлаған.

Мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: редакция архивынан

Автор:Гузель Салихова