+16 °С
Облачно
Уҙған шәмбе “Беҙ бергә” ирекмәндәре тағы ла бергә йыйылды. Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға ярҙам күрһәтеү үҙәгендә улар яугирҙәр сираттағы өй ризыҡтары әҙерләне. Боронғо ысул менән быҡтырылған балыҡ банкаларға тултырылды, шулай уҡ вакуумлы пакеттарға һалынды. Дөйөм алғанда, барлығы 68 банка һәм 18 вакуумлы пакет әҙерләнде. Улар ошо көндәрҙә яугирҙәргә оҙатыласаҡ.