+15 °С
Облачно


Баймаҡ районы һәм Белорет районы туғанлашты. "Татыу һәм берҙәм халыҡтар"йылын да тағы бер ғаилә барлыҡҡа килде . Үрге Иҙрис егете Сулеймановтар Салауат Салауат улын һәм Наилә киленебеҙҙе туй тантаналары менән ихлас ҡотлайбыҙ. Алдағы тормошоғоҙҙа бер-берегеҙҙе аңлап, тормош һынауҙарына бирешмәйенсә, бәхетле йәшәүҙәрегеҙҙе, ныҡлы һаулыҡ, именлек, мөхәббәтле ғүмер теләйбеҙ. Бергә үтер юлығыҙ яңы яуған ҡарҙай, муйыл сәскәһеләй аҡ, ынйылай саф, хыялдарығыҙ ҡанатлы ҡош булһын. Күңелегеҙҙе һәр саҡ һөйөү уты йылытһын, йөҙөгөҙ бәхет нурынан балҡыһын. Изге хистәргә ҡоролған ғаиләгеҙ ырыҫлы, татыу булһын. Туйҙа яуған теләктәрҙе аҡлап, мул, бәхетле тормошта ғүмер итегеҙ.