

Бөгөн арҙаҡлы яҡташыбыҙ - танылған сәнғәт эшмәкәре, сценарист, филология фәндәре кандидаты, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының режиссура һәм актер оҫталығы кафедраһы доценты, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы Саламатова үҙенең ғүмер байрамын - алтын юбилейын билдәләй. Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙын беҙ халҡыбыҙҙың аҫыл ҡыҙы, милләтебеҙ сәнғәтен һәм мәҙәниәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән эшмәкәр, рухлы һәм алдынғы ҡарашлы замандаш булараҡ беләбеҙ һәм хөрмәт итәбеҙ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы, "Һаҡмар" гәзите ойошторған проекттарҙы тормошҡа ашырыуға тос өлөш индергән, бөтөн яҡлап ярҙам ҡулы һуҙған Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы бөгөн дә үҙ булмышына тоғро ҡала, милләт ғәме менән янып йәшәй. Арҙаҡлы яҡташыбыҙға рух ныҡлығы, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, эшендә яңы ҡаҙаныштар, ижади уңыштар теләп ҡалабыҙ.Һеҙ - тыуған төйәгебеҙ, районыбыҙ һәм милләтебеҙ ғорурлығы!