Новости
1 Августа , 07:25

Ниндәй закондар ҡабул ителә

2026 йылдың авгусында ниндәй закондар көсөнә инә?  Тупланма пенсия күләме — 17,3%, ә ашығыс пенсия түләүе 19,32% арта. Үҙгәрештәр 160 меңдән ашыу кешегә ҡағыла

Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин үҙенең МАХ-каналында 2026 йылдың авгусында көсөнә инәсәк төп закондар хаҡында яҙып сыҡты.

Пенсияларҙы индексациялау

Тупланма пенсия күләме — 17,3%, ә ашығыс пенсия түләүе 19,32% арта. Үҙгәрештәр 160 меңдән ашыу кешегә ҡағыла.

МХО яугирҙәренә өҫтәмә ярҙам

Ирекле формированиеларҙа ҡатнашыусыларға шәхси сәбәптәр буйынса өҫтәмә отпуск алыу хоҡуғы бирелә. Рәсәй Геройҙары һәм Дан ордены кавалерҙары балалары мәктәптәргә һәм балалар баҡсаларына тәү сиратта ҡабул ителә.

Мутлашыусылар менән көрәш

Августан илдә сит ил гражданы йәки гражданлығы булмаған кеше менән элемтә хеҙмәттәрен күрһәтеү тураһында килешеү төҙөгәндә ҡағиҙә боҙған өсөн енәйәт яуаплылығы индерелде. Бының өсөн ярты миллион һумға тиклем штраф йәки 1 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡаралған.

Шулай уҡ рөхсәтһеҙ граждандарҙың шәхси тормошо тураһында мәғлүмәттәр йыйған йәки таратҡан, яҙышыу, телефондан һөйләшеү серен боҙған өсөн енәйәт яуаплылығы ла көсәйтелде. Был енәйәттәр өсөн дүрт йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙәре ихтимал.

Элемтә операторҙарын өйгә индереү

Селтәрҙәрҙе монтажлағанда, файҙаланғанда һәм һүткәндә элемтә операторҙары һәм провайдерҙар менән үҙ-ара эш итеү ҡағиҙәләрен боҙған өсөн идара итеүсе компаниялар өсөн яуаплылыҡ индерелә. Максималь яза – 500 мең һум. Яңылыҡтар ошондай хеҙмәттәр баҙарында конкуренцияны үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас