

Башҡортостанда «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы башланғандан алып табиптар бығаса үҙен белгертмәгән 7 291 сир осрағын асыҡлаған.
Был ваҡыт дауамында 136 295 ҡабул итеү һәм 36 269 тикшереү (флюорография, маммография, УЗИ) үткәрелгән. Күптәрҙә шәкәр, холестерин кимәленең һәм ҡан баҫымының юғары булыуы, артыҡ ауырлыҡ асыҡланған.
Социаль әһәмиәтле сирҙәргә шик булған (йәки раҫланған диагнозы булған) кешеләрҙе республиканың төрлө учреждениеларына артабан тикшереүгә ебәрәләр, шунан һуң уларға дауалау тәғәйенләнә. Акция «Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер» милли проектына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса үтә. Табиптарҙың консультациялары бушлай, ҡабул итеү йәнле сират тәртибендә ойошторола. Үҙегеҙ менән паспорт һәм Мотлаҡ медицина страховкалау (ОМС) полисын алырға онотмағыҙ. «Сәләмәтлек поездары» расписаниеһын республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында ҡарай алаһығыҙ: vk.cc/cp95h8
2026 йылдың 27 июленән 2 авгусына тиклемге маршруттар – беҙҙең карточкаларҙа. Сәләмәтлегегеҙҙе һаҡлағыҙ! Ваҡытында тикшерелеү проблеманы өҙлөгөүҙәрҙән алда асыҡларға ярҙам итә.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан