Баймаҡта тағы бер бәхетле парға күбәйеп, тормош тағы ла яҡтырғандай булып китте. Юлыҡ ауылынан Әминә исемле һылыу ҡыҙҙы Баймаҡ батыры Иҙел тыуған йортона бар йолаларыбыҙға ярашлы матур итеп алып ҡайтты. Бәхетле ҡәйнә булған Венера Ҡаскинова беҙҙең менән сикһеҙ ҡыуанысы менән уртаҡлашты.
- Киленкәйебеҙҙе бар йоларыбыҙға ярашлы төшөргө килә ине. Был йәһәттән Баймаҡ ағинәйҙәренә ҙур рәхмәт. Милләтебеҙгә хас бар йолаларҙы атҡарып, фатихаларын бирҙе. Ҙур рәхмәт уларға.
Ысынлап та, Баймаҡ ҡалаһында ла ағинәйҙәребеҙ гөрләтеп эшләй. Йолаларыбыҙға ҡағылышлы бер һорауҙы ла яуапһыҙ ҡалдырмайҙар, ярҙам итергә әҙер генә торалар.
Йәштәргә - оло һөйөү һәм бәхет, ағинәйҙәргә артабан да тыуған ҡалабыҙҙың биҙәге булып, имен-һау гөрләтеп йәшәүҙәрен теләйбеҙ!