Новости
26 Июля , 16:45

Уңған ауылдаштарға рәхмәт!

Бөтөн Ғәҙелбай ауылы халҡы исеменән тыуған ауылының яҙмышына , уның яҡты киләсәгенә һис ҡасан битараф булмаған , ауыл тормошондағы көнүҙәк мәсьәләрҙе ваҡытында хәл итеү өсөн бар тырышлығын һалған , ауылдаштарының күптән инде оло ышанысын , өмөтөн аҡлаған , үҙ вазифаһына яуаплы ҡараған урындағы депутат , =ҠАСҠЫНОВ = исемендәге крәҫтиән фермер хужалығының тәжрибәле етәксеһе Ҡасҡынов Рәүф Хәмитйән улына , ошо объектта реконструкция эштәре барған мәлдә прораб вазифаһын башҡарған Рысбаев Азамат Мөхәмәҙей улына , участка мастеры Ярмухаметова Азамат Салауат улына , Ҡасҡынов Мөрит Хәмитйән улына , Иҫәнғолов Нурйән Сәлимйән улына шулай уҡ күрше ауылдан ярҙамға килгән Монасипов Рәүф Мәхмүт улына ихлас рәхмәт һүҙҙарен әйтеп иң изге теләктәрҙе еткерәбеҙ. Ауыл яҙмышы ошонда тырыш , егәрле егеттәр ҡулында булғанда , ауыл йәшәр һәм ул киләсактә тағы ла матурайыр , тигән изге уйҙарҙа ҡалабыҙ.  

Уңған ауылдаштарға рәхмәт!Уңған ауылдаштарға рәхмәт!
Уңған ауылдаштарға рәхмәт!

Ғәҙелбай ауылын урталай бүлеп аҡҡан Батҡаҡлы йылғаһы аша ике ярҙы тоташтырған тоташтырған күпер һуңғы йылдарҙа тулыһынса туҙып , күптән инде яңыртыу талап итә ине.Бер нисә көн элек ауылдың иң уңған егеттәре ошо оъектта демонтаж , монтаж эштәрен башлап ебәреп , бөгөнгө көнгә тамамлапта ҡуйҙылар.

Мал аҙығы әҙерләү компанияһының иң ҡыҙыу мәле булыуға ҡарамаҫтан , йәшел ураҡ эштәрен бер аҙға кисектереп , йәшәү каналы булған ошо изге һәм сауаплы эште , бөтөн талаптарға яуап бирерлек итеп , ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә башҡарып ҡуйған егеттәр әлбиттә оло маҡтауға лайыҡ.

Бөтөн Ғәҙелбай ауылы халҡы исеменән тыуған ауылының яҙмышына , уның яҡты киләсәгенә һис ҡасан битараф булмаған , ауыл тормошондағы көнүҙәк мәсьәләрҙе ваҡытында хәл итеү өсөн бар тырышлығын һалған , ауылдаштарының күптән инде оло ышанысын , өмөтөн аҡлаған , үҙ вазифаһына яуаплы ҡараған урындағы депутат , =ҠАСҠЫНОВ = исемендәге крәҫтиән фермер хужалығының тәжрибәле етәксеһе Ҡасҡынов Рәүф Хәмитйән улына , ошо объектта реконструкция эштәре барған мәлдә прораб вазифаһын башҡарған Рысбаев Азамат Мөхәмәҙей улына , участка мастеры Ярмухаметова Азамат Салауат улына , Ҡасҡынов Мөрит Хәмитйән улына , Иҫәнғолов Нурйән Сәлимйән улына шулай уҡ күрше ауылдан ярҙамға килгән Монасипов Рәүф Мәхмүт улына ихлас рәхмәт һүҙҙарен әйтеп иң изге теләктәрҙе еткерәбеҙ.

Ауыл яҙмышы ошонда тырыш , егәрле егеттәр ҡулында булғанда , ауыл йәшәр һәм ул киләсактә тағы ла матурайыр , тигән изге уйҙарҙа ҡалабыҙ.Иң мөһиме илебеҙ имен , күгебеҙ аяҙ , һулар һауабыҙ таҙа, йөрөгән юлдарыбыҙ шыма , ике ярҙы тоташтырған күперҙәр ныҡ булһын

Илгиз Әхмәтов.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас