Һаҡмар
+24 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
26 Июля , 06:55

Батыр яугиргә арнап

МХО батыры Фаиль Ниғәмәтуллиндың яҡты иҫтәлегенә Ниғәмәт биләмәһе ауылдары араһында ат сабышы үткәрелде. Ир-егетлек, таҫыллыҡ, көс-ғәйрәт күрһәткән байрам тыуған ергә, илгә булған һөйөү күрһәткесе лә булды.

Батыр яугиргә арнапБатыр яугиргә арнап
Батыр яугиргә арнап

25 июлдә ауылда бик шәп сара - үҙе лә ат йәнле булған МХО батыры Фаиль Ниғәмәтуллиндың яҡты иҫтәлегенә Ниғәмәт биләмәһе ауылдары араһында ат сабышы үткәрелде. Ир-егетлек, таҫыллыҡ, көс-ғәйрәт күрһәткән байрам тыуған ергә, илгә булған һөйөү күрһәткесе лә булды. Сара башында Фаиль батыр хөрмәтенә үткәрелгән аттар парады бигерәк тулҡынландырғыс, шул уҡ ваҡытта матур күренеш булды. Ә инде ат сабышы, ауҙарыш - һәр кем яратып ҡараған тамаша, һоҡланғыс бәйге.
Сарала шулай уҡ өлкәндәр өсөн турникта тартылыу, гер күтәреү, балалар өсөн төрлө ярыштар ойошторолдо. Ниғәмәтуллиндар олоһон да, кесеһен дә тәмле былау, самауыр сәйе менән һыйланылар. Зәлиә үҙен бик шәп ойоштороусы булараҡ күрһәтте, афарин! Көн дә матур булды, ярыш урыны ла оҡшаны. Ысынлап та, беҙҙең ауыл, биләмә тормошонда бик сағыу, тамашалы сара булды. Факил ағайға, Миңзифа апайға, Зәлиәгә, Фаилдың туғандарына, ауыл хакимиәте башлығы Амур Зиннәтулла улына, депутаттарға, активҡа, Илфат Йәмлихинға, Ринат Һибәтуллинға, ярышта ҡатнашыусы ир- егеттәргә, барса ярҙам итеүселәргә ҙур рәхмәт! Аллаға шөкөр, ат сабышы бик сағыу, онотолмаҫлыҡ, иң мөһиме - имен үтте. Батырҙар беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәһен, илебеҙгә тыныслыҡ килһен!

Гөлбикә Кейекбаева.

Батыр яугиргә арнап
Батыр яугиргә арнап
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас