Һаҡмар
+24 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
25 Июля , 05:55

Йәштәр бәхетле булһын

Ниғәмәт ауылында гөрләп туй тантанаһы үтте. «Ете егет» республика проектында ҡатнашҡан, баш ҡалабыҙ Мәскәүҙә юғары белем алған Ғәзинур Рысмөхәмәтов Хәйбулла ҡыҙы Гөлсәсәккә өйләнде. Ағинәйҙәр кматур итеп, йолабыҙға ярашлы килен төшөрҙө. 

Йәштәр бәхетле булһынЙәштәр бәхетле булһын
Йәштәр бәхетле булһын

Ниғәмәт ауылында гөрләп туй тантанаһы үтте. «Ете егет» республика проектында ҡатнашҡан, баш ҡалабыҙ Мәскәүҙә юғары белем алған Ғәзинур Рысмөхәмәтов Хәйбулла ҡыҙы Гөлсәсәккә өйләнде. Ағинәйҙәр килен ҡаршыланы

ТУЙҒА ҠОТЛАУ

Ҡотло булһын! Ҡотло булһын!

Бөгөн һеҙҙең туйығыҙ!

Бөгөнгөнән икегеҙҙең

Берҙәм булһын уйығыҙ!

Мәңге һиңә тоғромон тип

Ҡултамғалар ҡуйҙығыҙ..

Бер-береңә етәкләргә

Ҡулығыҙҙы һуҙҙығыҙ..

Ошо етәкләшеүҙән һеҙ

Алмағыҙ ҡулды ҡулдан!

Йәнәш кенә барығыҙ һеҙ

Тормош тигән ҙур юлдан!

Алыҫтарға балҡып торһон

Икегеҙ яҡҡан усаҡ!

Бәхет, шатлыҡтар килһендәр

Көн һайын ҡосаҡ-ҡосаҡ!

Ауырлыҡтар килгән саҡта

Терәк була белегеҙ,

Шатлыҡ, һөйөнөстәрегеҙ

Уртаҡ итеп бүлегеҙ!

Һеҙҙең туйығыҙҙы ҡотлап

Теләйбеҙ изге теләк!

Пар күгәрсендәй гөрләшһен

Ҡауышҡан ике йөрәк!

Фәүзиә Ҡотлогилдина - АЛТЫНБИКӘ

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас