

Бөгөн һәм иртәгә Өфөләге “Ҡашҡаҙан” мәҙәниәт һәм ял паркында ойошторолған, республикабыҙҙан, Рәсәйҙең башҡа тарафтарынан вәкилдәр ҡатнашҡан "Рәхәттә” сәләмәтлек һәм туризм фестивале быйыл бишенсе тапҡыр үткәрелә. Был сара сәләмәт тормош алып барыу, һаулыҡҡа һаҡсыл ҡараш, спорт, мунса йолаларына иғтибар булдырыу, тәжрибә уртаҡлашыу, көнүҙәк мәсьәләләр тураһында һөйләшеү өсөн мөһим. Бөгөн “Ҡашҡаҙан”ды танырлыҡ түгел: “Рәхәттә” фестивалендә мунсалар ҡаласығы булдырылған. Унда һыу аттракциондары, оҫталарҙан кәңәштәр, мунса өсөн кәрәк-яраҡ әҙерләүселәр менән осрашыуҙар көтә. Бынан тыш, республика һәм илдең башҡа төбәктәре медицина ойошмалары, шифаханалары вәкилдәренең һауыҡтырыу ысулдары менән танышырға мөмкин. Тағы мини-футбол, пляж волейболы, баскетбол, теннис буйынса турнирҙар ойошторола. Фитнес зонаһы иһә төрлө йәштәгеләргә тәғәйенләнгән. “ГастроРәхәт” – төрлө милли эсемлектәрҙе булдырыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре, дегустация, конкурстар, мунса өсөн кәрәк-яраҡ йәрминкәһе майҙансығы.
Былар ҡыҙыҡлы:
Мунсалар ҡаласығы 30-ҙан ашыу комплекстан, мейестәрҙән, чандарҙан, бассейндарҙан һәм башҡаларҙан тора;
400 литрлыҡ һыу ҡойоу ҡоролмаһы бар һәм ҙур мунса веер менән яңы рекорд ҡуймаҡсылар; фуд-корд эшләй; этно-ҡаласыҡ бар; күмәкләп быуланыу буйынса Рәсәй чемпионаты үткәрелә; йәрминкәлә мунса кәрәк-яраҡтары, сувенирҙар тәҡдим ителә.
Фестивалдә мунса әҙерләү оҫталығы, күмәк сабыныу буйынса ярыштар үткәреү ҙә ҡаралған. Бынан тыш, бай мәҙәни программа, массаж зоналары бар, һыу аттракциондары эшләй, “ГастроРәхәт” сараһы, оҫталар йәрминкәһе һәм башҡа күп төрлө күңел асыу, ял итеү саралары мауыҡтырғыс. Рәсәйҙең төрлө тарафтарынан күсмә һәм модулле мунсалар ҡуйылған, төрлө оҫталыҡ дәрестәре үтә, милли ризыҡтар урын алған.
Шифалы үләндәр йыйыу, әҙерләү, эшкәртеү, һаҡлау, ташыу, маркировкалау тураһында ла бында белергә мөмкин. Белгестәр бизнеста был йүнәлештең көнүҙәклеге тураһында әйтә. Сараны асыу тантанаһында Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Шәрипов, Евразия мунса федерацияһы рәйесе Кристина Бугрова һәм башҡалар ҡатнашты. Фестивалгә теләге булған һәр кем килә ала: йәш буйынса сикләүҙәр юҡ.
Теркәлеү ҙә талап ителмәй. Инеү бушлай. Иң мөһиме - яҡшы кәйеф булыуы кәрәк. Сараларҙы ҡарарға, ҡатнашырға теләүселәр палаткалар ҡаласығында ҡуртымға палатка ла алып тора ала.
Айһылыу НИЗАМОВА