+21 °С
Облачно
Сосновка ауылынан Зәйтүнә Таһир ҡыҙы етәкселегендәге ирекмәндәр Санкт‑Петербург госпиталендә дауаланған яугирҙәргә сираттағы гуманитар ярҙамын оҙатты. Был изге эштә ирекмәндәргә Санкт-Петербургтағы башҡорттар Ҡоролтайы рәйесе Гөлназ Хәләф ҡыҙы ярҙам итте. Ул үҙе лә милли ризыҡ – бишбармаҡ һәм тултырма бешереп алып барҙы.
Бөгөн был госпиталдә республиканан алты яугир дауалана. Шул иҫәптән Урғаҙа ауылынан Азат та бар.
Яугирҙәр әйтеүенсә, йорт ризығы уларға ғаиләһен хәтерләтә һәм тиҙерәк аяҡҡа баҫырға көс бирә, рух өҫтәй.
Гөлназ Хәләф ҡыҙына һәм Сосновка ирекмәндәренә изгелектәре һәм ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Берҙәмлектә - көс!