+21 °С
Болотло


Тубә ауылынан Дамир Шортамбаев мобилизацияның тәүге көндәренән үк Ватанды яҡлай. Алғы һыҙыҡта өс йыл элек осратҡан һөйгән йәре тураһында уйҙар йылыта күңелен. Меңәрләгән саҡрым алыҫлыҡҡа ҡарамаҫтан, уларҙың хистәре төп һынауҙы — ваҡыт һәм араны үтә. Һәм бына бөгөн, яугирҙың күптән көтөлгән отпускыһында ҡайтҡанда, ғашиҡтар рәсми рәүештә үҙ яҙмыштарын ҡушты. Ҡотлайбыҙ!