+24 °С
Ямғыр


Махсус хәрби операцияла, "Ҡара генерал" Даян Мурзин исемендәге башҡорт батальонында хеҙмәт иткән "Байыш" позывнойлы ауылдашыбыҙ, тыуған ауылына ялға ҡайтты. Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн 3 миҙал менән бүләкләнгән.
Алыҫ юлдан ҡайтыу менән,15 июль ата-әсәһен ҡыуандырып, туған, дуҫтарын йыйып тыуған көнөн яҡындары араһында ҡаршы алды. "Байыш" ҡа ныҡлы һаулыҡ, имен һау йөрөүен теләйбеҙ!
Гөлсиә Ибраһимова, Байыш клубы мөдире