Новости
23 Июль , 09:15

Һөжүм кире ҡағылды

Зыян күреүселәр юҡ. БПЛА ҡалдыҡтары төшкәндән һуң сыҡҡан янғынды һүндереү эштәре алып барыла

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Туймазы районындағы сәнәғәт объектына дошмандың пилотһыҙ осоу аппараттарының террористик һөжүме кире ҡағылды.

«Зыян күреүселәр юҡ. БПЛА ҡалдыҡтары төшкәндән һуң сыҡҡан янғынды һүндереү эштәре алып барыла. Урында оператив хеҙмәттәр эшләй», — тиелә ведомствоның рәсми белдереүендә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас