Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
23 Июль , 12:10

Сәскәләр - нур сәсәләр

Интернет селтәрендә бик матур фотоларға тап булдым һәм һеҙҙең менән дә уртаҡлашырға булдым. Фотола - Ғәҙелбай ауылында йәшәүсе Гөлшат Ғәлина һәм ул үҫтергән күҙ яуын алырлыҡ сәскәләр

Ғәҙелбай ауылында тырыш, эшһөйәр халыҡ йәшәй. Күпләп мал тотоп, баҡса үҫтереп гөрләп йәшәй ауыл халҡы. Ир-егеттәр урам, ихата төҙөклөгөн хәстәрләһә, ҡатын-ҡыҙҙар үҙ ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙыра. Мәҙәни ойоштороусы булып эшләгән Гөлшат Ғәлина ла улар иҫәбендә. "Сәскәләр үҫтерергә яратам. Улар ихата йәме. Нәфислек, шатлыҡ, бәхет символы. Баҡсамда яҙҙан көҙгә тиклем егерме төрлө сәскә биҙәй. Улар араһында лилиәнең дүрт, розаның биш төрө бар. Уларға ҡарап күңел ҡыуана, күңел йыуана", - ти Гөлшат Таңғатар ҡыҙы. Афарин!

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас