+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт йорто — ул халыҡтың йыйылыу, аралашыу, төрлө саралар үткәреү урыны ғына түгел, ә ауылдың йөҙө лә булып тора. Шуны күҙ уңында тотоп, Беренсе Этҡол мәҙәниәт йортонда төҙөкләндереү эштәре атҡарылды. Уның тупһалары яңы төҫ алды. Уны Азаматов Мансур, Мортазин Йәмил, Азаматов Азат ҡыҫҡа ғына ваҡытта матур итеп эшләп тә ҡуйҙы. Ауылдың яҙмышына битараф булмаған, үҙ ерен яратҡан ир-егеттәрҙең булыуы ҙур ҡыуаныс.