+21 °С
Болотло
Баймаҡ районында ялған диплом менән эшләгән ҡатын тотолдо
Баймаҡ районы прокуратураһы мәғариф өлкәһендәге ҡануниәт талаптарының үтәлешен тикшерҙе. Һөҙөмтәлә урындағы бер ҡатындың эшкә урынлашыу өсөн 2014 йылда “Социаль педагогика” йүнәлеше буйынса ялған диплом һатып алыуы асыҡланды. Артабан ул ошо документ буйынса Баймаҡ ҡалаһының ике мәғариф учреждениеһында социаль педагог булып эшләгән.
Район прокуратураһы был эштең материалдарын тикшереүҙе дауам итә. Был ҡатынға ҡарата РФ Енәйәт кодексының 327-се статьяһының 3-сө өлөшө буйынса эш асылды. Тикшереү эшен алыу барыу буйынса контроль ҡуйылды.
Р. ӘМИНЕВ, район прокурорының өлкән ярҙамсыһы.