Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
22 Июля , 06:05

Үлтереү менән янаған

Баймаҡ районында бер ир үлтереү менән янаған, полицияға ҡарата көс ҡулланған һәм ялған водитель таныҡлығы ҡулланған өсөн хөкөм ителәсәк

Баймаҡ районында бер ир үлтереү менән янаған, полицияға ҡарата көс ҡулланған һәм ялған водитель таныҡлығы ҡулланған өсөн хөкөм ителәсәк.

Район прокуратураһы енәйәт эше буйынса урындағы кешегә ғәйепләү һығымтаһын сығарҙы. Ул РФ Енәйәт кодексының 119-сы статьяһының 1-се өлөшө (үлтереү менән янау), 139-сы статьяһының 1-се өлөшө (торлаҡҡа үтеп инеү), 318-се статьяһының 1-се өлөшө (власть вәкиленә ҡарата көс ҡулланыу), 327-се статьяһының 3-сө өлөшө (ялған таныҡлыҡ ҡулланыу) буйынса ғәйепләнә.

Быйыл апрелдә ғәйепләнеүсе үҙенең аҡсаһын ҡайтарыу өсөн законһыҙ рәүештә һеңлеһенең фатирына үтеп инә. Туғанының өйҙә юҡлығын күреп, ул уның 12 йәштәге ҡыҙына үлтереү менән янай. Фатирҙан сыҡҡас, ғәйепләнеүсе енәйәт урынында полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан туҡтатыла. Бында ул бер хеҙмәткәрҙең битенә һуға. Шулай уҡ был кеше 2024 йылда ялған водитель таныҡлығы ала һәм тотола.

Ғәйепләнеүсе үҙенең енәйәттәрен тулыһынса таныны. Эш хөкөм ҡарары сығарыу өсөн Баймаҡ судына ебәрелде.

Р. ӘМИНЕВ, район прокурорының өлкән ярҙамсыһы.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас