+17 °С
Ясно


Башҡортостанда кемдәр АЗС-та сиратһыҙ үтергә мөмкин? I һәм II төркөм инвалидтары, шулай уҡ инвалид балалар тәрбиәләнгән ғаиләләр өсөн ошондай льгота ҡаралған.
Был хоҡуҡ менән файҙаланыу өсөн АЗС операторына мөрәжәғәт итеп, махсус документты — МСЭ белешмәһен йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы статусты күрһәтергә кәрәк. Машиналағы "Инвалид" тигән билдә мотлаҡ түгел, иң мөһиме, льготаны раҫлаған документтың булыуы.