

Ҡуянтау ауылынан Рәмзил һәм Снежана Таймаҫовтар һәм уларҙың улдары Даниэль сираттағы еңеүҙәргә өлгәте. Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районында һабантуй байрамы гөрләп үтте. Оло Ҡыҙыл йылғаһы аръяғындағы ипподромда тантананың иң мауыҡтырғыс өлөшө Рәсәйҙең өс төбәгенән һәм Ҡаҙағстандан иң көслө һыбайлыларҙы һәм иң яҡшы аттарҙы йыйған ат сабыштары булды. Баймаҡ районы делегацияһы сағыу сығыш яһап, наградалар һәм яңы автомобилдең асҡыстарын да алып ҡайтты. Байрам программаһы сиктәрендә бөтәһе ете заезд булды. Стартҡа Башҡортостандың Баймаҡ һәм Учалы райондарынан, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренән спортсылар, шулай уҡ Ҡаҙағстандан ҡунаҡтар сыҡты. Баймаҡ районының Ҡуянтау ауылынан «Аҡъял» ипподромы делегацияһы ярыштарға 11 ат алып килде һәм һәр береһе тиерлек призлы урын менән ҡайтты.
Әммә ярыштың төп ваҡиғаһы 10 километрлыҡ бәйге булды. Был һынауҙа яҡташыбыҙ, йәш жокей Даниэль Таймасов «Джо Байден» ҡушаматлы атында барыһын да күпкә артта ҡалдыра. Был иҫ киткес еңеү өсөн беҙҙең районға суперприз — Лада Гранттың яңы автомобиле эләкте! Афарин Таймасовтарға!