Новости
21 Июля , 15:25

Ауылды йәмләп, килен төштө

Үрге. Яйыҡбай ауылында Баймак ҡалаһы һылыуы Айгизә Илнур ҡыҙы менән Вильдан Рәжәп улының туй байрамы гөрләп үтте. Ауыл ағинәйҙәре йолаларыбыҙҙы һаҡлап, " Киленгә һыу юлы" йолаһын күрһәтте.

Ауылды йәмләп, килен төштөАуылды йәмләп, килен төштө
Ауылды йәмләп, килен төштө

Үрге. Яйыҡбай ауылында Баймак ҡалаһы һылыуы Айгизә Илнур ҡыҙы менән Вильдан Рәжәп улының туй байрамы гөрләп үтте. Ауыл ағинәйҙәре йолаларыбыҙҙы һаҡлап, " Киленгә һыу юлы" йолаһын күрһәтте.

Йәштәрҙе йыр- моң менән Гәлимә Яхья ҡыҙының ҡоҙоғында ҡаршы алып, йәш килендең биҙрәләренә һыу тултырып , изге теләктәрен еткерҙеләр. Ҡоҙа, ҡоҙағыйҙарҙы тәмле сәй менән һыйланылар. Был мәл туйҙың иң сағыу өлөшөнең береһе булғандыр. Ауылыбыҙҙың иң йәш ғаиләһенә, Айгизә килен менән Вилдан улыбыҙға аҡ бәхеттәр , аҡ юлдар теләп оҙатты ағинәйҙәр. Бәхетле булығыҙ йәштәр!

Ауылды йәмләп, килен төштө
Ауылды йәмләп, килен төштө
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас