Новости
19 Июля , 07:00

Ҡорос та уға баш эйә

Рәмил Ниғәмәтов – Баймаҡ ҡалаһы егете. 2-се мәктәпте тамамлағас, 105-се һөнәрселек училищеһына килә. Унда “С” категориялы водитель һәм иретеп-йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. Артабан 2001-2003 йылдарҙа Ленинград өлкәһенең Выборг ҡалаһындағы ил сиге һаҡ ғәскәрендә хеҙмәт итә. 

Рәмил Ниғәмәтов – Баймаҡ ҡалаһы егете. 2-се мәктәпте тамамлағас, 105-се һөнәрселек училищеһына килә. Унда “С” категориялы водитель һәм иретеп-йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. Артабан 2001-2003 йылдарҙа Ленинград өлкәһенең Выборг ҡалаһындағы ил сиге һаҡ ғәскәрендә хеҙмәт итә. 

Тыуған яғын һағынып, елкенеп ҡайтҡан егет хеҙмәт юлын ялан партияһында быраулаусы ярҙамсыһы булып башлай. Ләкин уның күңеле бында тыныслыҡ тапмай. Сөнки өләсәһе, әсәһе, олатаһы, апайҙары ла бар ғүмерен “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” АЙ-һы менән бәйләгән. Уларҙың хеҙмәт юлы үҙе тотош бер тарих. Предприятиеның барлыҡҡа килгәненән алып, бөгөнгә ҡәҙәр Кәйекбирҙиндар династияһы заводта тоғро хеҙмәт итә. Шуға күрә Рәмил Фәрит улының да күңеле бында тартыла. Һөҙөмтәлә ул 2006 йылда “Баймаҡ механика-ҡойоу заводы” АЙ-һына эшкә килә. Тәүҙә ҡойолған изделияларҙы һәм деталдәрҙе таҙартыусы ярҙамсыһы булып тәжрибә туплай. Ә инде 2011 йылда уның тырыш, ныҡышмал булыуын күреп, металды иретеп ҡойоусы итеп күсерәләр. Бөгөн дә ул ошо цехта фиҙаҡәр хеҙмәт итә. Ләкин уға тағы ла яуаплыраҡ бурыс йөкмәтелгән. Хәҙер инде ул – бай тәжрибә туплаған өлкән ҡорос иретеүсе.

– Баймаҡ ҡалаһын ҡала итеүсе предприятиела эшләүем менән ғорурланам, – тине Рәмил Ниғәмәтов. – Бында миңә оҡшай. Илебеҙ өсөн мөһим булған деталдәрҙе етештерәбеҙ. Тимәк, хеҙмәтебеҙ бушҡа түгел.

Рәмил Фәрит улы үҙен тырыш, һөнәренең оҫтаһы итеп танытып өлгөргән. Беркетелгән эшенә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай. Үҙенә генә түгел, башҡаларға ла талапсан. Шуның менән ул коллективында абруй яулаған. Йәштәрҙең остазы ла булып тора.

Рәмил Фәрит улы тормош юлдашы менән Данияр һәм Камила исемле балалар үҫтерә.

Ҡорос та уға баш эйә
Ҡорос та уға баш эйә
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас