Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 16 июлдә Милли медицина радиология тикшеренеү үҙәгенең генераль директоры, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш белгес-онкологы Андрей Каприн менән осрашты. Осрашыуҙа Башҡортостанда тыуып үҫкән, Михаил Чумаков исемендәге Федераль иммунобиологик препараттарҙы тикшереү һәм эшләү ғилми үҙәгенең генераль директоры, академик Айҙар Ишмөхәмәтов та ҡатнашты.
Радий Хәбиров республикала онкологик ярҙамды үҫтереүҙең әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығына, федераль ғилми үҙәктәргә ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Уның һүҙҙәренсә, республикала бөтәһе 296 табип-онколог эшләй, шуларҙың 179-ы – амбулатор шарттарҙа. 2026 йылдың тәүге ярты йыллығында республикала онкологик ауырыуҙар һаны уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 5,3 процентҡа кәмегән.
Осрашыуҙа шулай уҡ 2019 йылдан республикала ғәмәлгә ашырылған «Онкопатруль» проекты тикшерелде. Был ваҡыт эсендә «Башҡортостан сода компанияһы», «Салауатбыяла» һәм «Өфө моторҙар эшләү берекмәһе» предприятиелары хеҙмәткәрҙәре диагностика үткән. 2026 йылда инициатива Ишембайҙа һәм Нефтекамала тормошҡа ашырылған. Төрлө профилле алдынғы онкологтар ҡатнашлығында медицина тикшереүен Ишембай катализаторҙар махсуслаштырылған химия заводы һәм «НефАЗ» ААЙ хеҙмәткәрҙәре үткән. Шулай уҡ республиканың ультратауыш диагностикаһы табиптары, Нефтекама округы эндоскопистары һәм рентгенологтары өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойошторолған. Ә 17-18 июлдә Өфөлә «Яман шештәрҙе ҡатнаш дауалау» ғилми-ғәмәли конференцияһы була, унда Милли медицина радиология тикшеренеү үҙәге белгестәре оҫталыҡ дәрестәре лә күрһәтә.
Андрей Каприн Башҡортостанда федераль проектты тормошҡа ашырыу кимәлен юғары баһаланы һәм республиканың идара итеү командаһына төбәктә онкология хеҙмәтен үҫтереүгә иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе.