Новости
19 Июль , 05:00

Эшселәрҙең һаулығы һағында

Александра Кузьминична Хатнянская һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә 55 йыл ғүмерен арнаған. Сибай медицина училищеһын тамамлағас, хеҙмәт юлын Баймаҡ районы дауаханаһында шәфҡәт туташы булып башлай. Һуңынан тормош иптәшен Темәс ауылына эшкә ебәрәләр. Һөҙөмтәлә уға урындағы участка дауаханаһының өлкән шәфҡәт туташы вазифаһын йөкмәтәләр.  

Һигеҙ йылдан һуң ғаилә кире Баймаҡҡа күсеп ҡайта. Александра Кузьминичнаны “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” АЙ-һының һаулыҡ һаҡлау пункты мөдире итеп ҡуялар. Бөгөн дә ул ошо яуаплы вазифаны уңышлы башҡара. Был дәүерҙә завод ҡарамағындағы һаулыҡ һаҡлау пункты ҙур үҙгәрештәр кисерә. Бина тулыһынса реконструкциялана. Бөгөн бында завод эшселәренең һаулығын тикшереү, нығытыу, профилактик саралар уҙғарыу өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа бар. Иң мөһиме – хеҙмәт бушлай күрһәтелә. Ҡабул итеү, процедуралар яһау, физиотерапия, стоматология, УЗИ, ЭКГ кабинеттары, тоҙло шахта эшләй. Үҙенең дарыуханаһы ла бар. Баймаҡта беренселәрҙән булып бында водителдәрҙе рейсҡа сығарыу өсөн һаулыҡтарын тикшереү хеҙмәте асыла.

Александра Кузьминична тормош иптәше Сергей Николаевич менән ҡыҙ һәм ул үҫтерәләр. Бөгөн уларҙың дүрт ейәне һәм ике бүләһе бар. Әйткәндәй, Сергей Николаевич та оҙаҡ йылдар заводтың һатыу бүлеген етәкләй һәм шунан хаҡлы ялға сыға. Улар 53 йыл бергә матур донъя көтә.

Эшселәрҙең һаулығы һағында
Эшселәрҙең һаулығы һағында
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас