+14 °С
Облачно


Ниғәмәт ауыл советы хеҙмәткәрҙәре Талҡаҫ күле территорияһын таҙалыҡта һәм тәртиптә тотоуға күп көс һала. Улар көн аша Талҡаҫ күле янындағы ҙур территорянан сүп-сар йыйыу буйынса өмәләр ойоштороп тора. Ошо өмәләр уҙғарылмаһа, күл буйы ниндәй хәлдә булырын күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был тәртип һәм таҙалыҡ бер көндән дә оҙаҡ ятмай. Шуға күрә, ял итеүселәрҙән, район халҡынан һәм ҡунаҡтарҙан, башҡаларҙың хеҙмәтен хөрмәт итеүҙе, ял иткән урынығыҙҙы йыйыштырып, тирә яҡ тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашта булыуҙы талап итәбеҙ. Өмәләрҙе ойоштороп тороусы Ниғәмәт ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Амур Зиннәтулла улы Әминев һәм дә ҡатнашҡан һәр бер кешегә ҙур рәхмәт!