Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
17 Июль , 11:10

Ялға ҡайтҡан яугиргә ярҙам

"Баймаҡ" яҡташтары әҙерләгән ярҙам өсөн рәхмәтен белдерҙе

Район башлығы Азамат Иҙрисов ирекмәндәргә рәхмәтен еткерҙе:

- Бөгөн яҡташтарыбыҙ илебеҙҙең тыныслығын һәм именлеген һаҡлай. Уларҙы яҡлау-изге эш кенә түгел, ә уртаҡ бурысыбыҙ.

«Баймаҡ» позывнойлы яугир блиндаждар төҙөүҙә бүрәнәләр менән ярҙам итеүҙе һорап мөрәжәғәт итте. «Һаҡлаусы Фәрештә» ирекмәндәр үҙәге етәксеһе Гөлназ Хафизова тиҙ арала уға яуап бирҙе һәм аҡса йыйыуҙы ойошторҙо. Ишбирҙе ауылынан шәхси эшҡыуар Ильяс Иҙелбаев ҙур ярҙам күрһәтте-ул кәрәкле урман бирҙе. Ә ауыл биләмәһе башлығы Динар Иҙелбаев бүрәнәләр тейәүҙе ойошторорға ярҙам итте.

"Баймаҡ" үҙе хәрби техникала материалдарҙы алырға килде. Төҙөлөш материалдарынан тыш, ирекмәндәр яугирҙәргә бензобысҡылар, ҡаҙаҡтар, саморездар, маскировка селтәрҙәре, аҙыҡ-түлек һәм түшәк кәрәк-яраҡтары, хеҙмәттә ярҙам итәсәк бөтә нәмәне тапшырҙы. Был ярҙамды йыйыусыларҙың барыһына ла рәхмәт. Беҙҙең тыл һаҡсылар өсөн ышаныслы терәк булды һәм булып ҡаласаҡ та.

Ялға ҡайтҡан яугиргә ярҙам
Ялға ҡайтҡан яугиргә ярҙам
Ялға ҡайтҡан яугиргә ярҙам
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас