Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
17 Июль , 11:20

Баймаҡтың таҙалығы өсөн

Сүп-сар майҙансыҡтары яңыртыла

Ҡалабыҙ таҙалығы үҙебеҙҙән башлана. Баймаҡ урамдарын төҙөкләндереү дауам итә. Сүп-сар майҙансыҡтары ла әкренләп яңыларына алмаштырыла. Улар уңайлыраҡ һәм матурраҡ. Былтыр 12 ошондай комплекс ҡуйылды, быйыл ҡала эсендә тағы ла 7 комплекс өҫтәлде. Әммә был матурлыҡты тикүҙебеҙҙең тырышлыҡ менән генә һаҡлап ҡалырға мөмкин. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, емереп, сүп-сарҙы ергә түгеп китеүселәр ҙә бар. Коммунистар урамында ошондай күңелһеҙ күренеш: яңы майҙансыҡ тыйылған ҡалдыҡтар менән тулған. Шуға күрә ҡалабыҙы үҙебеҙ хәстәрләп өйрәнһәк ине.

Баймаҡтың таҙалығы өсөн
Баймаҡтың таҙалығы өсөн
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас