+24 °С
Ямғыр
Билал ауылы мәсетендә "Иман нуры" бәйгеһе һәм балалар Һабантуйы үтте. Был көндө мәсет урамы балалар тауышына күмелде.
Байрамдың төп ойоштороусылары мәсеттең имам-хатибы Рәдиф хажи Шаһибалов, Әлиә һәм Алмас Ғәбитовтар, Алһыу һәм Алмас Ишмөхәмәтовтар булды. Сараны ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә улар ҙур көс һалды. Бағымсыларҙың һәм ауыл халҡының ярҙамы менән конкурс юғары кимәлдә һәм күңелле үтте. Балалар конкурстарҙа сәмләнеп, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡатнашты. Төп бүләктәр: велосипедтар, ян менән уҡтар, һыу инеү өсөн кәрәк яраҡтар ине. Байрамдан бер бала ла бүләкһеҙ ҡайтманы, һәр балаға — татлы стәнәстәр, иҫтәлекле сувенирҙар таратылды.